«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда ирҙәр, ҡатындарға ҡарағанда, әҙерәк йәшәй



03.10.2019 Башҡортостанда ирҙәр, ҡатындарға ҡарағанда, әҙерәк йәшәй

Был хаҡта «Башстат» аналитиктары хәбәр итә.

Республикала көслө зат ҡатын-ҡыҙҙан уртаса 10 йылға әҙерәк йәшәй. Әле республикала 518,8 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 303,6 мең ир теркәлгән.

Аналитиктар әйтеүенсә, республикала оло йәштәгеләр күбәйгән. Әле төбәктә 60 йәште уҙған 822 мең кеше иҫәпләнә, был үткән йыл күрһәткестәренән 4 процентҡа күберәк. Уларҙың 27,5 меңе – оҙаҡ йәшәүселәр, улар 90 йәште уҙғандар. Ә 583 мең ололар 60–74 йәштәгеләр, тағы ла 222 меңе – 75-89 йәштәге ололар.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға