«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күршеләр Луизаға арналған клип төшөргән



03.10.2019 Күршеләр Луизаға арналған клип төшөргән

«Йүгер, Луиза, йүгер» йырына күрше Татарстандағы «Хитобои» төркөмө клип төшөргән. Клип, әлбиттә, «Россельхозбанк»тан 25 миллионов һум аҡса урлаған Башҡортостандағы кассирға бәйле. Төп ролде Яр Саллы актрисаһы Элмира Хәмитова башҡарған.

Әйткәндәй, клип әлегә бер ҡайҙа ла күрһәтелмәгән. Луизаны кәүҙәләндергән актриса иһә уны йәлләй. Луиза Хайруллина ҡомарлы уйын ҡоло булған иренең бурыстарын ҡаплау өсөн үҙен ҡорбан иткән, ти ул.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: МВД


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға