«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Китап"тың китаптарын алып ҡалығыҙ!



03.10.2019 "Китап"тың китаптарын алып ҡалығыҙ!

"Бәйләнештә" селтәрендәге З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте төркөмө хәбәр итә:

Йыл башында республиканың һәм “Китап” нәшриәтенең 100 йыллығына арнап беҙҙең нәшриәт “Башҡорт китаптарын - республиканың 100 ҡала-ауылына” тип исемләнгән акция башлағайны. Был сара тамамланып бара. Кисә нәшриәт хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына сәфәргә сыҡты.

Китап һөйөүселәрҙе һатыу-күргәҙмәләрҙә көтәбеҙ! Улар:
3 октябрҙә - Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы баҙарында;
4 октябрь - Йылайыр районының Йылайыр ауылында Республика көнөнә арналған йәрминкәлә;
5 октябрь - Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы баҙарында;
6 октябрь - Баймаҡ ҡалаһының үҙәк баҙарында үтәсәк.

Сауҙаға “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан яңы китаптар, 2020 йылға йыртма һәм мосолман календары, башҡортса-русса һүҙлектәр сығарылды.

Нәфис һүҙ уҡырға яратыусылар өсөн “Ҡөрьән Кәрим”, башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан әкиәттәр китабы, “Урал батыр” эпосының башҡортса әкиәти варианты һәм Айҙар Хөсәйенов эшкәртеүендә русса сәсмә баҫмаһы, балалар өсөн тәғәйенләнгән башҡа китаптар, Башҡортостан һәм уның тәбиғәте тураһында юл күрһәткестәр, Зиннур Ураҡсиндың “Каруанһарай”, Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”, Фәрит Вәхитовтың “Триумф и трагедия генерала Шаймуратова” китаптары, Таңсулпан Ғарипова, Ноғман Мусин, Гөлнур Яҡупова, Тимер Йосопов һ.б. яҙыусылар әҫәрҙәренең томдары һәм башҡа баҫмаларҙы һатып алыу мөмкинселеге бар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға