«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киләһе йыл ошо ваҡытта беҙҙе һанаясаҡтар



03.10.2019 Киләһе йыл ошо ваҡытта беҙҙе һанаясаҡтар

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланыуға бер йыл ҡалды.

Әһәмиәтле ваҡиға 2020 йылдың 1 октябрендә старт ала ла, ай буйына дауам итә.

Рәсәй тарихындағы 12-се йәниҫәп сараһы яңы форматта үтәсәк. Переписчиктар планшет менән йөрөйәсәк, йәғни, анкета материалы ҡағыҙға түгел, ә электрон формаға яҙыла. Шулай уҡ "Госуслуги" порталы аша онлайн-анкета тултырырға ла мөмкин.

Һорауҙар ҙа төрлөләнәсәк.

БМО мәғлүмәттәре буйынса, ошо арала халыҡ иҫәбен алыу 80 илдә үтә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башстат.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға