«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 31 йыл элек беҙҙең футболсылар Олимпия уйындары чемпионы була



02.10.2019 31 йыл элек беҙҙең футболсылар Олимпия уйындары чемпионы була

Бынан 31 йыл элек, йәғни 1988 йылдың 1 октябрендә Сеулда (Көньяҡ Корея) уҙған Йәйге Олимпия уйындарында, ул ваҡыттағы СССР йыйылма командаһы футболсылары финалда данлыҡлы Бразилия уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп, үҙ тарихында икенсе тапҡыр Олимпия уйындарының чемпионы була.
Осрашыу барышында башта Бразилия уйынсыһы иҫәпте аса, икенсе осрҙоң 69-сы минутында Игорь Добровольский иҫәпте тигеҙләй. Төп ваҡытта еңеүсене асыҡлай алмағас, өҫтәмә ваҡыттың 15-се минутында Юрий Савичев еңеү голын индерә һәм беҙҙекеләр алтын миҙал яулай.
Бына улар, чемпиондар!



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға