«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Спартак» немец белгесенә мөрәжәғәт итмәксе



02.10.2019 «Спартак» немец белгесенә мөрәжәғәт итмәксе

«Спартак» футбол клубына яңы баш тренер итеп Германия белгесе Доминико Тедесконың тәғәйенләнеүе ихтимал.
Ул хаҡта клубтың төп акционеры Леонид Федун белдергән. 34 йәшлек белгес менән килешеү 2,5 йылға ҡаралмаҡсы. Эш хаҡы йылына 1,5 миллион евроға тиң булмаҡсы.
Быға тиклем Тедеско Германияла «Шальке» командаһын ике миҙгел етәкләп, улар менән урындағы чемпионатта икенсе урын яулай һәм дә уҙған миҙгелдә Чемпиондар лигаһының төркөм осрашыуҙарын үтә.
«Спартак» быйылғы миҙгелде уңышһыҙ башлап, биш уйын рәттән отолғас, отставкаға китеүен һорай.
Әлеге көнгә «Спартак» командаһы 11 осрашыуҙан һуң 14 мәрәй яулап, турнир таблицаһында 9-сы урынды биләй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға