«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан миллионеры, һин ҡайҙа?



02.10.2019 Башҡортостан миллионеры, һин ҡайҙа?

Өфөлә бынан өс йыл элек, йәғни 2016 йылдың 30 апрелендә, «Жилищная лотерея»ның 179-сы тиражында 18 110 695 һум отҡан бәхетле кешене һаман эҙләйҙәр. Ҙур күләмле аҡса отҡан да ул, тик барып алмаған.

«Столото» хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, билет Башҡортостандың бер сауҙа нөктәһендә һатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һатып алыусының бәйләнеш өсөн телефоны күрһәтелмәгән.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, еңеүсе отошон йыл ярымда юллап алырға тейеш. Ләкин отошто ниндәйҙер кисерерлек сәбәп арҡаһында алмаһалар, ул өс йыл буйы һаҡлана икән. Ошонан һуң да еңеүсе табылмаһа, сумма дәүләт бюджетына күсә. Әле яҡташыбыҙ отҡан сумманы барып алыу өсөн 1 ай самаһы ваҡыт ҡалған.

Еңеүсе табылғанда, билеты менән Мәскәүҙәге лоторея үҙәгенә барырға тейеш була.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға