«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уңыш өс миллион тоннанан артҡан!



02.10.2019 Уңыш өс миллион тоннанан артҡан!

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып-йыйыу тамамланыу өҫтөндә. Быйылғы һауа шарттары һуңғы 10 йыл эсендә бик ҡатмарлы булһа ла, игенселәр аяҙ көндәрҙең һәр сәғәт-минутын исрафламай, уңыштың төп өлөшөн йыя алды.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә сәселгән майҙандарҙың 94 процентынан 3 млн. 36 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары һуғылған. Уңыш былтырғынан юғары, төшөм гектарҙан 19,8 центнер тәшкил итә.

Әлеге ваҡытта баҫыуҙар артыҡ дымлы, шуға ла ураҡ эштәре темпы түбән. Шулай ҙа аграрийҙар алдағы ун көн эсендә ураҡ эштәрен тамамларға иҫәпләй. Артабан улар көнбағыш, рапс, шәкәр сөлөгдөрө уңышын йыйырға тотонасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға