«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин: Сауҙаға кәртә булып тороусы барьерҙарҙан ҡотолоу яғын хәстәрләргә кәрәк



02.10.2019 Владимир Путин: Сауҙаға кәртә булып тороусы барьерҙарҙан ҡотолоу яғын хәстәрләргә кәрәк

Рәсәй Президенты Евразияның Юғары иҡтисади советы ултырышында ҡатнашты.
Сара был юлы Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереванда уҙҙы.

Йыйынға Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия, Молдова, Иран, Сингапур лидерҙары ла килгәйне.
Эшлекле осрашыуҙар буйынса документтар имзаланды.
Шул иҫәптә ЕАЭС ағзалары булған дәүләттәр һәм Сингапур араһында ирекле сауҙа тураһында Килешеү төҙөлдө.

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ сығышында Евразия иҡтисади союзының ыңғай эш һөҙөмтәләре менән килешеүен белдерҙе:

- Согласен с положительными оценками работы Евразийского экономического союза. Евразэс развивается поступательно, создан объёмный общий рынок, который успешно функционирует. Интеграционные процессы в рамках Евразийского союза оказывают самое благоприятное воздействие на рост экономик стран-участниц, способствуют повышению уровня жизни наших граждан.

Отмечу, что продолжают расти и совокупные ВВП государств Евразэс, увеличивается промышленное, сельскохозяйственное производство. В то же время перед нашим объединением стоят и новые масштабные задачи. При этом особое внимание, на наш взгляд, следовало бы уделить системной работе по устранению барьеров в торговле товарами и услугами, причём в различных секторах рынка.

Ғөмүмән, берлек менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр һаны арта. Сербия, Израиль, Мысыр бергә эшләргә теләй. Тиҙҙән Һиндостан менән ирекле сауҙа итеү тураһында һөйләшеүҙәр башланыуы ихтимал.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға