«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үслене кәмһетеү - үлемгә торошло?



01.10.2019 Үслене кәмһетеү - үлемгә торошло?

Өфө ҡалаһының 4-се бүлексәһенә урамда ир кешенең мәйете табылыуы тураһында хәбәр итәләр.

Табиптар 54 йәшлек ирҙең күкрәгенә кемдеңдер бысаҡ менән сәнскәнен асыҡлай.

Полиция хеҙмәткәрҙәре иргә үлемесле яраны яһаған кешене тапҡандар: енәйәтсе Саҡмағош районынан элек ултырып сыҡҡан 49 йәшлек ир.

Әлегә мәғлүм булыуынса, ирҙәр кисен 28 сентябрҙә Затондағы бер фатирҙа араҡы эсеп ултырған. Ҡайһылыр мәлдә 54 йәшлек ир йәшерәген мыҫҡыллай, кәмһетә башлаған. Унда тағы ла бер ир булған, уныһы ла был кәмһетеүҙәргә ҡушылған.

Саҡмағош районы ирекәйе үс тотоп, араҡы бөтөүен көткән. Шунан бысаҡты еңе эсенә йәшереп, 54 йәшлек иргә магазинға бергә барырға тәҡдим иткән. Урамға сыҡҡас, 54 йәшлек ир, хәлем бөттө, тип эскәмйәгә ултырған. Тап шул ваҡытта үсле ир уға бысаҡ менән сәнскән дә, китеп тә барған.

Был ваҡиға буйынса тикшереү эше бара, тип хәбәр итә БР Эске эштәр идаралығының матбуғат хеҙмәте.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға