«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 30 сентябрь



01.10.2019 Юл фажиғәләре - 30 сентябрь


Кисәге, 30 сентябрҙә, республикабыҙ юлдарында ун бер автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, ун бер кеше төрлө травмалар алған.


Кисен Өфө ҡалаһының Азатлыҡ урамында 51 йәшлек водитель "КамАЗ"ы менән йәйәү йөрөргә ярамаған ерҙән юл аша сығып барған ҡатынды төкөгән. "Тиҙ ярҙам" машинаһы килгәнгә тиклем ҡарамаҡҡа 40 йәшлек ҡатын йән биргән.

Иртән Туймазы ҡалаһында Островский менән Комаров урамдары сатында "Hyundai Atos" менән ВАЗ-2114 бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "Hyundai"ҙың 57 йәшлек пассажиры етди травмалар алып, дауаханаға эләккән. Кемдең светофорҙың ҡыҙыл утына сыҡҡанын асыҡлау бара.

Тәүлек эсендә 2300-ҙән ашыу юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, 41 водителдең эскән килеш руль артына ултырыуы асыҡланған. Ҡыуып алып кителгән ике автомобиль эҙләп табылған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға