«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Матбуғат байрамына кил һәм чемпиондар менән шашка уйна!



01.10.2019 Матбуғат байрамына кил һәм чемпиондар менән шашка уйна!

Был аҙнала йомаһында, 4 октябрҙә Өфөнөң Матбуғат йорто алдында (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) оло байрам - Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө үтәсәк.

Байрам мәлендә журналистар донъя чемпиондары менән шашка уйнаясаҡ. Донъя кубогы финалын еңеүсе, алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, донъя вице-чемпионы Айгөл Иҙрисова, Рәсәй йыйылма командаһы составында күп тапҡыр донъяла һәм Рәсәйҙә еңеү яулаған Айнур Шәйбәков бер юлы уйнау сеансын үткәрәсәк.

Спорт байрамын БР Журналистар союзы менән Башҡортостандың шашкалар федерацияһы ойоштора.

Бынан тыш, бер майҙансыҡта республиканың төп гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашырға, күргәҙмәләрен ҡарарға, шунда уҡ яҙылырға, йыр-моңға тамаша ҡылырға мөмкин буласаҡ.

Аҙаҡтан ошо көндә гәзит-журналдарға яҙылған кешеләр араһында квитанциялар араһында лотерея отошо уҙғарыласаҡ. Иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән, ә иң даланлыны супербүләк көтә!

Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө көндөҙ сәғәт 12-лә башланасаҡ! Килегеҙ! Көтәбеҙ!






Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға