«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телефоныңды яңырт - әтү "ватсап" эшләмәйәсәк



01.10.2019 Телефоныңды яңырт - әтү "ватсап" эшләмәйәсәк

Хәбәрләшеү өсөн популяр ҡушымта киләһе йылдан алып иҫкергән операцион системалы телефондарҙа башҡа эшләмәйәсәк

2010-2015 йылдарҙа эшләнгән "андроидтар" (2.3.7 һәм унан юғарыраҡ версиялы "Андроид" операцион системаһы) һәм тәүге айфондарҙа (iOS 8) ҡуйылған "Ватс ап" менән 2020 йылдың 1 февраленә тиклем генә ҡулланып буласаҡ. Быны ҡушымтаның хужалары әйткән.

Шулай уҡ "Нокия Люмия" телефондарын тотоноусыларға хафаланырға ваҡыт - уларҙың "ватс ап"тары 31 декабрҙә эшләүҙән туҡтаясаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға