«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәлки донъя кубогы турнирында үсен алыр...



01.10.2019 Бәлки донъя кубогы турнирында үсен алыр...

Рәсәй ҡатын-ҡыҙ волейбол командаһы Японияла уҙған донъя кубогы турнирынан бронза миҙал менән ҡайтҡас, ир-ат командаларына ла сират етте.
Улар ҙа Японияла бер әйләнештә Канады, Австралия, Бразилия, Мысыр, Польша, Япония, Италия, Аргентина, АҠШ, Тунис, Иран һәм Рәсәй волейболсылары донъя кубогы бәйгеһендә көс һынашасаҡ. Бөгөн үк беҙҙекеләр ярышты башлап, Иран командаһы менән уйнай.
Беҙҙең ир-ат командаһы үҙ тарихында донъя кубогы турнирында ике алтын һәм бер көмөш миҙал яулай. Ә ҡыҙҙарыбыҙ бер «көмөш» һәм бер «бронза»лы була.
Турнир дүрт йылға бер уҙғарыла.
Рәсәй йыйылма командаһы быға тиклем Европа чемпионатында ҡатнашып, сирекфиналдан үтә алмай, титулынан ҡалды. Сөнки уҙғанында улар беренселектә еңеүсе булғайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға