«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙең туристар бәләгә тарый яҙған



01.10.2019 Беҙҙең туристар бәләгә тарый яҙған

Беҙҙең туристар бәләгә тарый яҙғанӨфө туристары Эльбрус тауына канат юлы буйлап күтәрелгәндә фуникулер эштән сыға һәм тау башына 5 саҡырым ҡалғанда туҡтап ҡала. Башҡортостан туристары ике сәғәт буйы өс мең метр бейеклектә фуникулер эсендә ултырырға мәжбүр була. Ҡот осҡос хәл 30 сентябрҙә иртәнсәк теркәлә.

Подъемникта булған 71 йәшлек Өфө ире, ваҡиға урынынан видеояҙма ла яһай. Ул әйтеүенсә ярҙам оҙаҡ килмәгән, кешеләр өшөй башлаған. Был һуңғы сәғәттәрем, тип уйланым, ти ир.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: ufacitynews.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға