«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялҡау хужабикәләргә һөйөнөслө яңылыҡ



01.10.2019 Ялҡау хужабикәләргә һөйөнөслө яңылыҡ

Ғалимдар ашай торған тәрилкәләр уйлап тапҡан. Барнауылда Алтай дәүләт университеты менән Алтай техник университеты ғалимдары бергәләшеп ғәҙәти булмаған һауыт уйлап сығарғандар, был хаҡта "Интерфакс" хәбәр итә. Ул һауыттарҙы ашап була икән. Был тәрилкәләрҙе ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек – люпиндан яһағандар. Уның составында аҡһым бар, ә глютен һәм фитогормондар юҡ.

Вәт бит әй, ҙур табын йыйғандан һуң йәки көн һайын ашаған аҙыҡтың һауыт-һабаһын йыуып ыҙаламаясаҡбыҙ. Ризыҡты һауыты менән ҡуша ашаясаҡбыҙ ҙа, бер эш кәмейәсәк!





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға