«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре



30.09.2019 Юл фажиғәләре

Ял көнөндә Булгаково янында Lada Granta менән Daewoo Nexia бәрелешкән. Аварияла 4 кеше етди травмалар алған.

Тотошлай емерелгән машина эсенән сыға алмай тороп ҡалған кешеләргә ярҙам итер өсөн Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте, полиция хеҙмәткәрҙәре, табиптар барған.

Юлдарҙа һаҡ йөрөгөҙ, ҡыумағыҙ! Үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерен, һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, хөрмәтле водителдәр.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға