«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы бер мутлыҡ килеп сыҡҡан



30.09.2019 Тағы бер мутлыҡ килеп сыҡҡан

Федераль һалым хеҙмәте һалымдар менән бәйле мутлыҡтар тураһында хәбәр итә.

Граждандарға "Рәсәй почта"һынан муттарҙың иҫәбе реквизиттары күрһәтелгән һалым түләү тураһындағы хат-талаптар күпләп килә.


Зинһар, ундай хат алһағыҙ, "Һалым түләүсенең шәхси кабинетына" инеп, реквизиттарҙы, һалым суммаһын тикшерегеҙ!

Үткән йылдарҙа һалым хеҙмәтенән килгән хат һаҡланһа, шуның буйынса ла реквизиттарҙы сағыштырып тикшерергә мөмкин. Бик тә булмаһа, яҡындағы һалым хеҙмәте инспекцияһынан квитанцияны барып алығыҙ.

SMS һәм электрон почта аша ла һалым тураһында хат-иҫкәртеүҙәрҙе Федераль һалым хеҙмәте ебәрмәй.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға