«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Водитель "права"ларын телефон эсенә тығырҙармы?



30.09.2019 Водитель "права"ларын телефон эсенә тығырҙармы?

Тиҙҙән Рәсәйҙә электрон водитель таныҡлыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Бының турала ТАСС интервьюһында Рәсәй ЮХХДИ-һы начальнигы Михаил Черников белдерҙе.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, электрон документ әлеге пластик карточкаларҙы алмаштырмаясаҡ. Айырмаһы - яңы таныҡлыҡты смартфон эсенә ҡуйырға мөмкин һәм кәрәккәндә уның аша хоҡуҡ һаҡлаусыларға күрһәтеп буласаҡ.

Черников электрон "права"ларҙың ҡасан ғәмәлгә инеүен аныҡ әйтмәй. Бының өсөн тейешле инфраструктура булдырырға, хоҡуҡи акттарға өҫтәмәләр индерергә кәрәк.

ЮХХДИ-ның баш начальнигы шулай уҡ "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы диспансерлау үткәндән һуң ведомство водитель таныҡлыҡтарын тәүгә алыу йәки алмаштырыу өсөн медицина справкалары бирергә тәҡдим итәсәк тине. Шулай итеп айырым медкомиссия үтергә кәрәкмәйәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: gtrk.tv
Источник: gtrk.tv


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға