«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ләйсән Үтәшева кемдәр менән осрашҡан?



30.09.2019 Ләйсән Үтәшева кемдәр менән осрашҡан?

Билдәле телевидение алып барыусыһы һәм элекке спортсы Мәскәүҙә яҡташтары менән осрашҡан һәм Радий Хәбировтан сәскәләр букеты алып һөйөнгән.

ТНТ телеканалы алып барыусыһы һәм гимнаст Ләйсән Үтәшеваны белмәгән кеше юҡтыр. Ул үҙенең "Инстаграм" сәхифәһендә кисә, 29 сентябрҙә Мәскәүҙәге РФ Президенты ҡарамағындағы БР Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән осрашыу тураһында яңылыҡ ҡуйған. Ләйсән унда үҙенең тормош тәжрибәһе менән бүлешергә һәм карьераһы менән уңыштары тураһында һөйләгән.

Кисәнән һуң Ләйсән сәхифәһенә фотолар һәм видеояҙмалар һалған. Кадрҙарҙа БР Башлығы Радий Хәбировтан сәскәләр букеты ла күренә. Видеола иһә Үтәшева башҡортса һәм татарса түбәндәгеләрҙе әйтә:

— Слушайте, сегодня буду общаться с родными, с родными моими башкирами. Исәнмесез! Һаумыһығыҙ!

Әйтергә кәрәк, июнь айында үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында төбәк башлығы Радий Хәбиров замана башҡорто нисек булырға тейеш тип һөйләп үткәйне. Ул унда гимнастканы телгә алды һәм "башҡорт Ләйсән Үтәшева кеүек һомғол һәм матур булырға тейеш" тине.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға