«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ярты миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған



30.09.2019 Ярты миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған

Республикала гөрләтеп шәкәрле тамыраҙыҡ ҡаҙалар. 26 сентябргә ҡарата 21 райондың 17-һендә сөгөлдөрҙөң уңышы 536 мең тонна тәшкил иткән.

Әле баҫыуҙарҙың сиреккә яҡын өлөшө йыйып алынған. Республикала уртаса уңыш гектарына 360 центнер тирәһе сыға.

Сөгөлдөрҙән шәкәр сығышы ла ҡәнәғәтләндерерлек тиҙәр. 151 мең тонна сөгөлдөр ҡабул иткән Шишмә шәкәр заводында 18 процент. "Раевсахар" компанияһы 139 мең тонна әҙерләгән, бында шәкәрлелек нисбәте 17,3 процент. Мәләүездә кагаттарға 42 мең тонна һалынған, "сахаристость" 16,7 процент тиҙәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға