«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда 4,2 мең хеҙмәткәр ҡыҫҡартыуға эләккән



30.09.2019 Башҡортостанда 4,2 мең хеҙмәткәр ҡыҫҡартыуға эләккән

Йыл башынан алып республика предприятиелары һәм ойошмалары бөтөрөлөү йә штатты кәметеү һөҙөмтәһендә 4,2 мең кешене эштән ебәрергә мәжбүр булған.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шуларҙың 1,6 меңен яңынан эшкә урынлаштырып булған, 328 кешегә ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләнгән.

Сағыштырыу өсөн: Былтыр ғинуарҙан августҡа ҡәҙәр 9,3 мең кеше эш урынынан ҡыҫҡартыуға эләккән.


2019 йылдың 1 сентябренә ҡарата төбәктә бөтәһе өс меңгә яҡын кешегә эштән ебәрелеү хәүефе янаған. Шуларҙың меңдән ашыуы тулы булмаған эш көнө графигы буйынса эшләүселәр.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға