«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Данлыҡлы Усэйн Болтты уҙҙылар



30.09.2019 Данлыҡлы Усэйн Болтты уҙҙылар

АҠШ еңел атлеты Эллисон Фэликс команда составында сираттағы донъя чемпионы исемен яулап, алтын миҙалдар һаны буйынса данлыҡлы Ямайка йүгереүсеһе Усэйн Болтты уҙып китте.
Хәҙер уның иҫәбендә – 12 алтын миҙал. Боллтыҡы – 11 юғары пробалы награда.
Катарҙа барған турнирҙа АҠШ йыйылма ҡатнаш эстафета командаһы 400 метр арауыҡты дүртәүләп 3 минут 9,34 секундта үтеп, донъя рекордын ҡуйҙы. Икенсе – Ямайка, өсөнсөлә Бахрейн спортсылары.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға