«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 50 процент ташлама менән йөрөп ҡалығыҙ



30.09.2019 50 процент ташлама менән йөрөп ҡалығыҙ

Рәсәй тимер юлдары компанияһы Оло йәштәгеләр көнө уңайынан ҙур бүләк эшләмәксе.

РЖД 2 октябргәсә 60 йәштән олораҡ кешеләргә поезда йөрөү өсөн билетҡа 50 процент ташлама яһай.

Был ил эсендә алыҫ араға йөрөүсе поездарға һәм бары купе-вагондарына ғына ҡағыла.

Ә дөйөм алғанда, тотош октябрь буйына льготалы хаҡҡа билет алырға мөмкин. Йәғни, ул саҡта ташлама ярты хаҡына булмай, ә нисәлер процентҡа әҙәйә. Барыбер яҡшы.

Юлдарҙа имен йөрөгөҙ!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға