«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Анжелика Сидорова донъя чемпионы булды



30.09.2019 Анжелика Сидорова донъя чемпионы булды

Катарҙа барған еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында Рәсәй спортсыһы Анжелика Сидорова алтын миҙал яуланы.
28 йәшлек атлет ҡолға менән бейеклеккә һикереүҙә 4 метр 95 сантиметр һөҙөмтәһенә өлгәшеп, үҙ карьераһында беренсе тапҡыр донъя чемпионы булды.
Рәсәй спортсылары әлеге турнирҙа нейтрал флаг аҫтында сығыш яһай.
Беҙҙең элекке данлыҡлы Елена Исинбаева үҙ заманында ҡолға менән һикереүҙә 29 тапҡыр донъя рекордын яңыртып, дүрт тапҡыр залда һәм өс тапҡыр асыҡ һауала уҙған донъя беренселегендә еңеүсе булғайны. Уның, ғөмүмән донъяла иң яҡшы һөҙөмтәһе булып 5 метр ҙа 6 сантиметр һанала.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға