«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә кешеләрҙе эвакуациялағандар



29.09.2019 Өфөлә кешеләрҙе эвакуациялағандар

Бөгөн Өфө ҡалаһында янғын һөҙөмтәһендә Дыуан бульварындағы йорттан кешеләрҙе эвакуациялағандар.


БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын бишенсе ҡаттағы өс бүлмәле фатирҙа сыға. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә беренсе подъездың бишенсе ҡатын төтөн ялмап алған була.
30 кешене, шул иҫәптән һигеҙ баланы баҫҡыс буйлап эвакуацияларға мәжбүр булалар. Зыян күргән фатир хужаһын “Ашығыс ярҙам” машинаһы 21-се дауаханаға алып китә. Янғын тәмәкенән сыҡҡан тип күҙаллана.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға