«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер сығып ҡотолғас, ниңә ҡабат ут эсенә ингәндер?!



29.09.2019 Бер сығып ҡотолғас, ниңә ҡабат ут эсенә ингәндер?!

Белорет ҡалаһында шәхси йортта янғын сығып, бер ир һәләк була.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын төндә башлана. Был ваҡытта барыһы ла йоҡлаған була. Бер нисә минут эсендә ут веранданы, мунсаны һәм гаражды ялмап ала.

Көслө төтөн еҫенә уянып киткән ир менән ҡатын йүгереп сығып өлгөрә. Әммә янғын һүндереүселәр килгәнсе, ғаилә башлығы йәнә ныҡлап яна башлаған өй эсенә инеп китә һәм кире әйләнеп сыҡмай. Бер ҡотолғас ниңә тағы ут эсенә инергә кәрәк булғандыр...





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға