«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уңғандарға - грант



29.09.2019 Уңғандарға - грант

Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурс һайлауына йомғаҡ яһалды.

Тотош республиканан 164 ғариза булып, БР Ауыл хужалығы министрлығы 97 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын һайлап алған. Уларға йәмғеһе 300 млн һумлыҡ ярҙам күрһәтеләсәк.

Шул иҫәптән Учалы районынан ике кооператив: Учалы ауылынан "Уңыш" һәм Ахундан "Яңырыу" Башҡортостан бюджетынан өсәр миллионлыҡ грант алды.

"Уңыш" ит етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнһә, "Яңырыу" үҫемлекселеккә өҫтөнлөк биргән.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға