«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфө» футболсылары алтынсы урынға күтәрелде



29.09.2019 «Өфө» футболсылары алтынсы урынға күтәрелде

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселегенең сираттағы турында «Спартак» командаһы «Ырымбур» клубына 1:2 иҫәбенә отолоп, дүрт осрашыу рәттән еңеү белмәй йонсой.
Хәҙер улар 14 мәрәйе менән 9-сы баҫҡыста урынлашты. ЦСКА футболсылары «Урал»ды алдырып, япа-яңғыҙ лидер булып китте. «Ростов», «Локомотив» һәм «Зенит» 23-әр мәрәй яулап, 2 – 4-се урындарҙы бүлешә. «Өфө» уйынсылары был юлы ла мәрәйһеҙ ҡалманы. Улар Ҡазанда урындағы «Рубин» менән 0:0 иҫәбенә таралышты һәм 15 мәрәй яулап, турнир таблицаһының 6-сы баҫҡысына күтәрелде.
Киләһе турҙа улар «Әхмәт» командаһын ҡабул итәсәк.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға