«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салауат Нәжип улы, Һеҙгә ҙур рәхмәт!



29.09.2019 Салауат Нәжип улы, Һеҙгә ҙур рәхмәт!


Ураҙ ауылы хакимиәтенең элекке башлығы Салауат Лоҡмановҡа бөгөн ураҙҙар рәхмәт әйтеп бөтөрә алмай. Сөнки етәксе булып эшләгән осорҙа ул үҙен уңған, тырыш, булдыҡлы хужа итеп күрһәтеп өлгөрҙө, байтаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға күп көс һалды.

Аптека пунктын астырыу, юлдарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу һәм башҡа эштәр менән бер рәттән, Салауат Нәжип улының тырышлығы менән Ураҙ ауылында хоккей майҙансығы ла булдырылды.

Ике йыл элек "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы сиктәрендә ураҙҙар хоккей ҡабын төҙөүҙе һайланы. Бында шундай әүҙем, дәртле, спорт һөйгән йәштәр күп бит. Хоккей ҡабына һуңынан йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса проект сиктәрендә асфальт түшәлеп, резина онтағынан йомшаҡ ябыу һалынды. Балалар һәм йәштәр хәҙер ҡышын унда хоккей һуға, ә йылы ваҡытта хәүефһеҙ шарттарҙа мини-футбол, баскетбол уйнай ала.

Ошо майҙансыҡ кисәге тантаналы асылды ла инде!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға