«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй волейболсылары донъя кубогында - өсөнсө!



29.09.2019 Рәсәй волейболсылары донъя кубогында - өсөнсө!

Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма волейбол командаһы Японияла уҙған донья кубогы турнирында бронза миҙал яуланы.
Улар үҙ тарихында икенсегә уңышҡа өлгәшеп, хәҙер ике тапҡыр бронза миҙалы призеры булып һанала. Быға тиклем 2015 йылда призер булғайны. Һуңғы уйында беҙҙекеләр Бразилия волейболсылары менән осрашып, уларға 1:3 иҫәбенә отолдо. Рәсәй командаһынан Наталья Гончарова 22 мәрәй йыйып, иң уңышлыларынан һаналды.
Беренсе урынды Ҡытай командаһы яулаһа, АҠШ волейболсылары икенсе булды.
Ә инде СССР спортсы ҡыҙҙары өс тапҡыр «бронза»ға эйә булғайнылар.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға