«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Газ менән ағыуланғандар



28.09.2019 Газ менән ағыуланғандар

Башҡортостанда бер ғаилә газ менән ағыуланып үлгән.

Дүртөйлө районы ауылындарының береһендә була был хәл. 59 йәшлек ҡатын менән 65 йәшлек ир өйөндә үлеп ятҡан. Уларҙы күршеләре күреп ҡала.


Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, өйҙәрендәге газ менән эшләүсе һыу йылытҡыс боҙоҡ булған. Әле урында газ хеҙмәте һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эшләй.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға