«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡыллы туҡталыш



28.09.2019 Аҡыллы туҡталыш

Баш ҡалабыҙ Өфөлә октябрь аҙағына тиклем 106 «аҡыллы» туҡталыш комплекстары ҡуйыласаҡ. Был турала ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.


«Аҡыллы» туҡталыш йәмәғәт транспортының килеүен хәбәр иткән электрон табло, USB-порттар, бушлай Wi-Fi, «хәүеф төймәһе», репродуктор менән ҡорамалландырылған. Ҡайһы бер "аҡыллы баштар" туҡталышты емерергә ынтылмаһын өсөн, унда видеокүҙәтеү ҙә бар.

Сентябрь башында бындай туҡталыш Ленин урамындағы «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында ҡуйылған да инде.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға