«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ҡатил" балалар ҡайҙан барлыҡҡа килә?



28.09.2019 "Ҡатил" балалар ҡайҙан барлыҡҡа килә?

Стәрлетамаҡта ҡот осҡос хәл, тигән хәбәр тиҙ таралды.

Ҡаланың Строймаш ҡасабаһында бер төркөм үҫмер хужаһыҙ этте һәм уның көсөктәрен язалаған. Дөрөҫөрәге, язалап үлтергән.

Тәүҙә эт ятҡан ояға петардалар ырғытҡандар. Ике айлыҡ ҡына көсөктәр бер тиҫтәгә яҡын булған. Эт, бахыр, оянан ҡапыл йүгереп килеп сыҡҡан һәм юлдағы машинанан тапалған. Артабан...

Артабан малайҙар вәхшилеген дауам иткән һәм бөтә күренеште видеоға яҙҙырып, класташтарына ебәргән.

Ҡайһы бер өлкәндәрҙең дә ҡулы бармаған яза ысулдарын ҡулланған улар.

Ошаҡлашмаһындар өсөн класташтарына янағандар ҙа әле.

Ярай, был фажиғәле ваҡиға бер волонтерҙың күҙенә эләккән. Хәҙер был хәл опека, мәктәп, мәғариф бүлеге, ата-әсәләр, полицияға билдәле булды.

Яныбыҙҙа йәшәгән хайуандарҙы йыртҡыстарса үлтергән балалар киләсәктә кем булыр? Көсөктәрҙе үлтереүҙән "ҡыҙыҡ" тапмай, яңғыҙ ололарға, бәләкәй балаларға ташланмаҫтармы? Тәүбә-тәүбә! Уларҙың ата-әсәләрен, бәлки, был вәхшиҙәр менән бергә полицияға иҫәпкә ҡуйырғалыр? Бәлки, мәктәптә тәрбиәгә күберәк иғтибар бүлергәлер?

Ғөмүмән, балаға иғтибар етәме икән ул?






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: BashNews.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға