«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар өсөн сәнғәт мәктәптәре төҙөләсәк



28.09.2019 Балалар өсөн сәнғәт мәктәптәре төҙөләсәк


2024 йылға Башҡортостанда 10 яңы балалар сәнғәт мәктәбе төҙөләсәк.

БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, уҡыусылар һаны арта бара, шунлыҡтан уларҙы сәнғәт мәктәбендә уҡытыуға бәйле көсөргәнеш килеп тыуа. “2024 йылға тиклем 10 сәнғәт мәктәбе төҙөп, белем алыусылар һанын 55 меңгә еткереү планлаштырыла. Әле иһә бындай белем усаҡтарында 47 мең бала уҡый”, – тине ул.


Әлеге ваҡытта республикала 117 балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Улар уҡырға теләүселәрҙең барыһын да ҡабул итә алмай. Ауыл мәҙәниәт йорттарында филиалдар асып, был мәсьәләне хәл итергә тырышалар. Әммә был ғына ярҙам итмәй. Министр билдәләүенсә, төҙөләсәк 10 яңы сәнғәт мәктәбе – тармаҡ өсөн бик яҡшы белем биреү майҙансығы буласаҡ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға