«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Синыф ханым!



27.09.2019 Синыф ханым!

Педагогик кадрҙарҙың дефициты һәм уҡытыусыларҙың йылдан-йыл артҡан эшен еңеләйтеү маҡсатында Башҡортостанда "Синыф ханым" ("Классная дама") тип аталған яңы проект ҡулланып ҡараясаҡтар.


Өлкән йәштәге ирекмәндәрҙе, күпселегендә хаҡлы ялдағы педагогтарҙы, мәктәпкә саҡырып, уларға тәнәфестә тәртипте күҙәтеүҙәрен, балаларҙы өйҙәренә оҙатыуҙы, өйгә эш эшләргә ярҙам итеү кеүек бурыстарҙы йөкләмәкселәр.


"Синыф ханым" ғәмәлдә икенсе синыф етәксеһе буласаҡ. Улар шулай уҡ стандарт булмаған дәрестәрҙе үткәреүҙе лә, бәлки үҙҙәренә алыр.


#БашкирскаяОрганизацияПрофсоюза #ПрофсоюзОбразования #eduprofrb #волонтер #класснаядама #школа #Башкортостан #Уфа #Ufa





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға