«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниндәй бал ҡайһы ауырыуҙан файҙалы?



27.09.2019 Ниндәй бал ҡайһы ауырыуҙан файҙалы?

Белгестәр фекеренсә, һәр балдың организмға төрлөсә йоғонтоһо бар. Шуға күрә уны теге йәки был ауырыуға ҡарата ла төрөнә ҡарап файҙаланалар.


Саған балы.
[Һалҡын тейеүҙән, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы ауырыуҙарынан файҙалы. ЛОР органдарын һәм тире ауырыуҙарын дауалауҙа ла ҡулланалар.
Гәрсис балы.
Тын юлдары ауырыуҙарынан, шулай уҡ бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ ҡулланыла.
Ҡарабойҙай балы.
Аҡһымға һәм тимергә бай булыу сәбәпле, ҡан тамырҙарын таҙарта, зыян күргән туҡымаларҙың төҙәлеүенә булышлыҡ итә, гемоглобинды күтәрә. Ауырлы ҡатындарға һәм юғары кислоталы хроник гастрит менән интегеүселәргә тәҡдим ителә.
Каштан балы.
Ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарынан шифаһы тейә, имммунитетты һәм ҡан тамырҙарын нығыта.
Ҡыҙылхан үләне (кипрей) балы.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан һәм йоҡоһоҙлоҡтан ҡулланалар. Баш ауыртҡанда һәм йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә 2 – 3 ҡалаҡ балды бер стакан һыуға иҙеп эсергә.
Туҡранбаш (клевер) балы.
Гинекология ауырыуҙарынан, геморрой һәм астениянан.
Бәүел ҡыуҙырырға һәм ҡаҡырыҡты сығарыуға ярҙам итә.
Йүкә балы.
Һалҡын тейеүҙән, тын юлдары ауырыуҙарынан, ашҡаҙан-эсәк тракты ялҡынһыныуынан файҙалы. Йөрәк мускулдарын нығытырға ярҙам итә.
Сәскә балы.
Микробтарға, вирустарға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Уны баш ауыртыуҙан, ашҡаҙан ауырыуҙарынан, йөрәк тибеше көсәйеүҙән, йоҡоһоҙлоҡтан һәм өҫкө тын юлдары ауырыуҙарынан тәҡдим итәләр.
Көнбағыш балы.
Йөрәк ауырыуҙарынан, бронхиаль астманан, остеохондроздан, невралгиянан (айырыуса һалҡын тейгәндә) файҙаһы бар. Шулай уҡ тотош организмды нығытыу көсөнә эйә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға