«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу » Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!



27.09.2019 Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

Киләһе аҙна йомаһында, 4 октябрҙә баш ҡалабыҙҙағы Матбуғат йорто алдында (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) оло байрам - Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө үтәсәк.

Матбуғат байрамы “Заман кешеһе – уҡыған кеше!” ораны аҫтында үткәрелә. Бығаса бындай сара шулай күләмле ойошторолғаны юҡ ине, уҙа булһа айырым мәктәптәрҙә, клубтарҙа, ауылдарҙа ғына үтә торғайны. Хәҙер бер майҙансыҡта республиканың төп гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашырға, күргәҙмәләрен ҡарарға, шунда уҡ яҙылырға, йыр-моңға тамаша ҡылырға мөмкин буласаҡ.

Аҙаҡтан ошо көндә гәзит-журналдарға яҙылған кешеләр араһында квитанциялар араһында лотерея отошо уҙғарыласаҡ. Иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән, ә иң даланлыны супербүләк көтә!

Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө көндөҙ сәғәт 12-лә башланасаҡ! Килегеҙ! Көтәбеҙ!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға