«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатын-ҡыҙҙарға ризыҡтар нисек тәьҫир итә?



27.09.2019 Ҡатын-ҡыҙҙарға ризыҡтар нисек тәьҫир итә?

Ҡатын-ҡыҙҙың туҡланыуына ҡарап, уның кәйефен белергә була. Гүзәл заттың күтәренке кәйефтә йәки киреһенсә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүе уларҙың нимә менән туҡланыуына ла бәйле икән.

Һөт ризыҡтары, йәшелсә һәм татлы ризыҡтар менән туҡланығыҙ.

Кәйефте күтәреү өсөн татлы ризыҡ ашарға кәңәш ителә.

Татлы ризыҡтан һуң ҡатын-ҡыҙ үҙен бәхетле тоя, гормондар системаһы яҡшы эшләй башлай, был ваҡыта ҡәнәғәтләнеү хисе арта. Татлы ризыҡ тигәс тә, майлы торттар, шоколадттарға мөкиббән китә күрмәгеҙ!
Банан, йөҙөм кеүек файҙалы ризыҡтар хаҡында һүҙ бара. Татлы ризыҡтар организмда май булып ҡалмаһын өсөн, уны көндөң беренсе яртыһында ашарға кәрәк.
Шулай уҡ һөт ризыҡтары ла ҡатын-ҡыҙ өсөн бик файҙалы булыр.

Ай энергияһын үҙҙәрендә туплаған был ризыҡтарҙы ашағас, үҙеңдә ыңғай үҙгәрештәр тойорға була. Уларҙы даими рәүештә көн дә ҡулланырға тырышығыҙ.
Йәшелсәнең файҙалы яҡтарын яҙмаһаң да билдәле.
Ә бына ит һәм ҡамыр ризыҡтарын ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк.
Итте күп ашаған кеше агрессив, үлтерергә һәм көсләргә һәләтле була икән. Ит ирҙәр организмына түгел, ә бына ҡатын-ҡыҙға шулай тәьҫир итә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға