«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй туристары ҡайһы диңгеҙҙе нығыраҡ ярата?



27.09.2019 Рәсәй туристары ҡайһы диңгеҙҙе нығыраҡ ярата?

Бөгөн - Бөтә донъя туризм көнө. Ә һеҙҙең турист булғанығыҙ бармы? Сит илдәрҙе гиҙҙегеҙме йә үҙебеҙҙә генә ял иттегеҙме?

Турстатистика мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Рәсәйҙән Төркиә, Грузия, ОАЭ (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре), Тунис, Венгрия һәм Кубаға барыусылар һаны 20 процентҡа артҡан.

Рәсәй туристары араһындағы былтырғы иң популяр ун илде асыҡлағандар.
Арттан башлайыҡ булмаһа.
10. Италия.
Унда былтыр 849 мең Рәсәй кешеһе ял иткән.
9. Германияға - 950 мең
8. Грузияға - 979 мең
7. Эстонияға - 1 млн 343 мең
6. Ҡытайға - 1 млн 449 мең
5. Украинаға - 1 млн 793 (бында күберәк туғандарына барғандарҙыр, тигән фараз бар)
4. Ҡаҙағстанға - 2 млн 310 мең
3. Финляндияға - 2 млн 498 мең
2. Абхазияға - 3 млн 621 мең
1. Төркиәгә 4 млн 907 мең Рәсәй кешеһе барып ҡайтҡан.

Бына бит сит илдәрҙең туризмына ниндәй ҙур өлөш индерәбеҙ.

Aviasales порталынан белдереүҙәренсә, Тунисҡа билет алыусылар һаны - ике, Төркиәгә 1,5 тапҡырға артҡан (Аҡ (Урта) диңгеҙҙең бөтә йән эйәһе тиҙҙән русса һөйләшә башламаҫ тимә).

Хәйерле юл, туристар! Үҙегеҙҙе әҙәмсә тотоғоҙ!

Әйткәндәй

Рәсәйҙе лә яраталар. Быйыл беренсе кварталда беҙгә 6,4 миллион турист килеп ҡайтҡан. Уларҙың күбеһе элекке СССР республикаларынан. Әллә турист, әллә мигрант?..

Украинанан - 1,7 млн
Ҡаҙағстандан - 870 мең
Үзбәкстандан - 635 мең
Тажикстандан - 689 мең
Ҡытайҙан 342 мең кеше килгән.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға