«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡта 540 млн һумға сүп-сар сортировкалау заводы төҙөргә уйлайҙар



27.09.2019 Баймаҡта 540 млн һумға сүп-сар сортировкалау заводы төҙөргә уйлайҙар

3-сө зона сүп-сар төбәк операторы "Эко-Сити" (ул республиканың көньяғында һәм көньяҡ-көнбайышында 22 район-ҡаланы хеҙмәтләндерә) урындағы инвестиция сәғәтендә буласаҡ комплекс проекты менән таныштырҙы.

Сортировкалау комплексы йылына 100 мең тонна сүп-сарҙы эшкәртә аласаҡ. Уға һалынған капиталдың дөйөм күләме 540 миллион һумдан ашасаҡ, тип хәбәр итте компанияның генераль директоры Семён Земсков.

Проект эсенә сортировкалау линияһы, полигон, органик ҡалдыҡтарҙы компостлау цехы инә. 102 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Төрлө кимәлдәге бюджеттар ун йыл эсендә 660 млн һумға яҡын өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ.

Земсков белдереүенсә, был төбәктә сүп-сар менән тейешлесә мөғәләмә итеүгә шарттар булдырылмаған. Заманса полигондар, сортировкалау заводтары ла юҡ. Яңы комплекс ҡеүәттәре бер нисә районға етәсәк.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға