«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрлетамаҡтағы мәктәп уҡыусыһы бар Башҡортостанды яуланы



27.09.2019 Стәрлетамаҡтағы мәктәп уҡыусыһы бар Башҡортостанды яуланы

Стәрлетамаҡтағы мәктәп уҡыусыһы бар Башҡортостанды яуланыСтәрлетамаҡтың мәктәп уҡыусыһы билдәле рэперҙарҙың йырҙарын үҙенсә боҙоп йырлап клиптар төшөрә лә, инстаграмға ҡуя. Быны күреп ҡалған Өфө рэперы MORGENSTERN уҡыусы башҡарған йырҙарҙы үҙ сәхифәһенә ҡуя һәм үҫмер тиҙ арала Башҡортостанда билдәлелек яулай.

Әйтергә кәрәк, бынан ун көн алда малай YouTube каналында рэпер MORGENSTERN «Новый мерин» йырына пародия клибын эшләп һала. Бында ул йырҙы үҙгәртеп, үҙенең ҙур ҡорһағы, уны нисек үҫтереүе хаҡында йырлай. Клип бер аҙнала 130 000 кешенең иғтибарын йәлеп итә.

«Бер аҙна элек кенә мине бер кем дә белмәй ине. Танылыу яуларға теләмәнем, әлбиттә, был үҙенән-үҙе килеп сыҡты» , – тип белдерә үҫмер үҙенең истаграмындағы сәхифәһендә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: instagram.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға