«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Экология" милли проекты эсәр һыуҙарҙы таҙартасаҡ



27.09.2019 "Экология" милли проекты эсәр һыуҙарҙы таҙартасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтендә "Экология" милли проектына ингән төбәк проекты буйынса фекер алышыуҙар булды.

Һүҙ "Таҙа һыу" проекты тураһында бара.

Вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев белдереүенсә, 15 ноябргә тиклем һыу менән тәьмин итеүсе дүрт объектты проектлау тамамланырға тейеш.
Шулар араһында Әлшәй районының Раевка ауылы, Саҡмағош район үҙәге, Шишмә ҡасабаһы өсөн һыу таҙартыу системалары бар. Бынан тыш, Шишмәлә Келәш һыу йыйыу урынын, Иглинда һыу торбалары селтәрен, сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүсе ҡоролмаларҙы реконструкциялау күҙаллана.

Эштәр яҡын йылдарҙа башланасаҡ. Тағы ла Өфө, Дәүләкән райондары ла проектҡа ҡушылған. Тимәк, унда ла тиҙҙән тик сифатлы һәм таҙа һыу буласаҡ. Башҡа яҡтар ҙа онотолмаясаҡ, әлбиттә.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға