«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Метеоролог "халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә"ме-юҡмы икәнен тикшереп ҡараған



26.09.2019 Метеоролог "халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә"ме-юҡмы икәнен тикшереп ҡараған

Рәсәй гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд көн торошон фаразлағанда ҡайһы һынамыштарға ышанырға мөмкин икәнен һөйләне.

Ике һынамыш ҡына ышандыра, ти белгес. Гидрометта ентекле тикшереү үткәргәндәр.

Әгәр ҙә ҡояш байығанда ҡыҙара икән, иртәгәһен көн аяҙ була. Ә аҡһылланып байыһа, ямғыр көт. Быныһы - беренсеһе.

Синоптиктар фекеренсә, "эшләгән" икенсе халыҡ һынамышы ҡоштарға бәйле. Ҡарлуғастар йә бүтән ҡоштар түбән осһа - ямғырға. Ҡоштарҙың түбән осоуының сәбәбе бар икән. Вильфанд әфәнде әйтеүенсә, һауа дымлылығы көслө булһа, ваҡ себендәрҙең ҡанаты еүешләнә, ауырайып, түбәндә генә осоп маташалар. Ҡоштар шуларҙы ашарға төшә, имеш.

Ә һеҙ синоптиктарҙың фаразына ышанаһығыҙмы, әллә халыҡ һынамыштарынамы?

Әйткәндәй

Бөгөн был белгестәр һауа торошон өс көн алдан 99,9 процент теүәллектә әйтеп бирә ала, ти.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға