«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт етте!



26.09.2019 Ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт етте!

Күптәр, ҡасан ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә, тип баш вата.

Әгәр һауа температураһы +5°С-тан түбәнерәк икән – ҡышҡы резинаға күсергә ваҡыт.

Һалҡын көндә йәйге резина ҡата ла ҡуя бит.

"Всесезонка"ға ышаныс аҙ. «Европа варианты» йылы, ҡарһыҙ ҡышҡа тәғәйенләнгән (-5°С-тан алып +20°С тиклем)

"Тырнаҡһыҙ" шиналар ҡала эсендә генә йөрөргә уңайлы, башҡа осраҡта, әлбиттә, "тырнаҡлы" шина ҡуябыҙ. "Тырнаҡтары" осоп бөткән резинала йөрөү хәүефле.

Һәм шулай уҡ ҡышҡы тәгәрмәстәрҙә, йәйгенән айырмалы рәүештә, баҫым саҡ ҡына кәмерәк булырға тейеш (0,1 – 0,2 атмосфераға).

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға