«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Их, беҙгә эләкмәне бит бындай технопарк!



26.09.2019 Их, беҙгә эләкмәне бит бындай технопарк!

Учалының Ижад һарайында "КВАНТОРИУМ" тип аталған балалар технопаркында уҡыусылар оло теләк менән шөғөлләнә.

Ижад һарайының иң йәш берекмәһенең HI-TECH цехында, мәҫәлән, лазер станогында көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәрҙе "тыуҙырһалар", Космоквантумда авиамоделдәр яһайҙар, IT-квантумда компьютерҙа эшләүҙең серҙәренә төшөнәләр, Робоквантумда балалар роботтар йыйып, уларҙы төрлө эш эшләргә программалайҙар.

Балаларға ҡыҙыҡ та, файҙалы ла был технопаркта шөғөлләнеү!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға