«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә һеҙ ағас ултырттығыҙмы?



26.09.2019 Ә һеҙ ағас ултырттығыҙмы?

Учалылар "Урманды һаҡлайыҡ" Бөтә Рәсәй акцияһына дәррәү ҡушылды.

Кисәге Учалы ауылында ағас ултыртыуҙа әллә күпме халыҡ ҡатнашты: Учалы урмансылығы, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет, Үҙәк район китапханаһы, Ә.Хөснөтдинов исемендәге урта мәктәп һәм Башҡорт гимназияһы, Учалы ауылы хакимиәте һ.б. 70 тирәк һәм 130 миләш үҫентеһе Р.Бикбай урамы буйлап ултыртылды.

Шулай уҡ үҙ территорияларында Ахун һәм Ҡунаҡбай мәктәптәре уҡыусылары, туризм үҙәге хеҙмәткәрҙәре, Ураҙ һәм Наурыҙ ауылдары халҡы ла ағас ултыртты.

Бындай акция Учалы районында йыл һайын үткәрелә.

Сентябрь-октябрь айҙарында 10 меңдән ашыу ағас ултыртыу планлаштырыла. Учалы урмансылығында (Учалы ауылы, Партизан урамы, 16, тел.: 5-27-90, 5-11-11) ҡарағай, шыршы, тирәк, миләш үҫентеләрен алырға мөмкин.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға