«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йәшлек" башватҡыстарын сисеп, Гүзәл апай менән Булат ағай бүләкле булды



26.09.2019 "Йәшлек" башватҡыстарын сисеп, Гүзәл апай менән Булат ағай бүләкле булды

Миәкә районының Илсеғол ауылында йәшәүсе Гүзәл апай менән Булат ағай Мөхәмәтйәновтар 26 башватҡыстың 24-нә дөрөҫ яуап тапҡан. Бөгөн уларға Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе гәзитебеҙ дуҫы Миҙхәт Шәрипов әҙерләгән махсус бүләк - милли орнаменттар менән биҙәлгән ҡымыҙ сервизы тапшырылды.

Миҙхәт ағай былтыр үҙе ошо конкурста еңеүсе булғайны. Матур йоланы дауам итеп, Мөхәмәтйәновтар ҙа киләһе йылдың еңеүсеһенә бүләк вәғәҙәләне.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға