«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниһайәт! Вейптар тыйылды!



26.09.2019 Ниһайәт! Вейптар тыйылды!

Урамдарҙа иғтибар иткәнһегеҙҙер - йәш-елкенсәк аҡ томан кеүек төтөн сығарып ниҙер көйрәтә. Ябай тәмәке кеүек түгел, әллә ниндәй ваниль-маҙар еҫтәре аңҡып китә.
Баҡтиһәң, үҫмерҙәр һәм йәштәр шулайтып электрон тәмәке йәки вейп ҡуллана икән. Сигарет ҡабы кеүек приборҙа ҡыҙҙырма спираль махсус ҡатнашманы быуға әйләндерә, мундштук аша шуны йоталар.


Ябай тәмәкегә ҡарағанда зыянһыҙ тиһәләр ҙә, вейптар яман шеш, астма кеүек ауырыуҙар тыуҙыра, организмды ағыулай. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостанда балаларға һәм үҫмерҙәргә электрон тәмәкеләр, кальяндар, вейптар, тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтары тыйылды. БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн бәлиғ булмағандарға ошондай тауарҙар һатыуҙы сикләү тураһында тейешле закон ҡабул итте.

Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев аңлатыуынса, тиҙҙән республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына балаларға ошо тауарҙарҙы законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ билдәләгән үҙгәрештәр индереләсәк.

- Әле баштан тыйыуға ҡарамаҫтан, яза нормаһының булмауы мөмкин. Шулай ҙа сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре уйланыр, законды үтәр тип ышанабыҙ. Уларҙың абруйы туранан-тура шуға бәйле. Өҫтәүенә бындай хәл оҙаҡ дауам итмәҫ, - тине спикер.

Константин Борисович тиҙҙән законды боҙған өсөн яза билдәләнер тип вәғәҙәләне. Ә уға тиклем уның үтәлешен йәмәғәтселәр күҙәтәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға