«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мотоциклда түңкәрелгән



26.09.2019 Мотоциклда түңкәрелгән


Дыуан районында юл-транспорт фажиғәһе 16 йәшлек үҫмер өсөн саҡ фажиғәле тамамланмай ҡала.


Йәш егет ҡулдан ҡоролған мотоциклда ауыл урамы буйлап йөрөп килергә була. Әммә руль менән идара итә алмау сәбәпле, мотоциклы менән бергә түңкәрелә. Һөҙөмтәлә, йәш водителгә медицина ярҙамы талап ителә, уны дауаханаға оҙаталар.
Шулай уҡ Бишбүләк районында 29 йәшлек ҡатын машина менән юлдан ситкә сығып оса һәм машинаһы түңкәрелә. Сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булған ҡатын, төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға мөрәжәғәт итә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: ГИБДД РБ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға